0%

Республика иртәһе(шиғыр). Ғәлимов Сәләм

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Республика иртәһе ( шиғыр )
автор Ғәлимов Сәләм
.Нәшер ителгән: 2006 йыл йыл. Сығанаҡ: "Башҡорт теле".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",2006 йыл


Республика иртәһе


 Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә
 Урал ҡаялары уртаһын,
 Ап-аҡ ташҡа баҫып
                 ҡарап торҙом
 Республикамдың мин иртәһен.
 Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни:
 Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
 Ниндәй йәнле иртә!
 Бына бер саҡ,
 Тау биттәрен солғап яҡтыға,
 Ҡояш сыға башлай, нурҙарына
 Ем-ем итә Урал таштары.
 Иртәнге ел, әкрен генә өрөп,
 һыйпап үтә үлән баштарын...
 Күрәм:
       эшкә тора республикам,
 Һөрән һалды бына гудоктар.
 Эшсе өйҙәр
               ҡояшҡа ҡаратып
 Тәҙрә асты...
 Күҙ ташлайым ҡабат:
                  Иҙел буйлап
 Колхоз ауылдары тартылған.
 Уяналар өйҙәр,
                шау-шыу булып,
 Көтөү сыға әүен артына.
 Терелделәр юлдар.
                   Автобустар
 Ҡыҙ һәм егеттәрҙе тейәгән,
 Баҫыуҙарға бара...
                     Ә арыраҡ,
 Башаҡ тулҡынланған ҡырҙарҙа
 Ҡуҙғалдылар баҫыу караптары,
 Ҡыр күмелә күмәк эш менән.

 


2006 йыл